“Сыңрау торна” балеты йәнә сәхнәгә ҡайта

21 мая 2017 года

Ул 23 майҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтә. Балет республика Башлығы грантына сәхнәләштерелде. Төп ролдәрҙе Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының алдынғы солистары - Башҡортостандың халыҡ артистары Гөлсинә Мәүлекәсова менән Илдар Мәнәпов, Сергей Бикбулатов башҡара. “Сыңрау торна” балеты уҙған быуаттың 40-сы йылдарында әҙерләнә башлай. Премьераһы  БАССР-ҙың 25 йыллығы айҡанлы 1944 йылда була.    



http://yuldashfm.ru/ba/synrau-torna-balety-yn-shng-kayta-0




Партнеры